«Адис» фольклор-хореография ансамбле

Ҡырғыҙстан Республикаһы — Үҙәк Азия тауҙары араһында урынлашҡан мауыҡтырғыс һәм ғәжәйеп ил. Ҡырғыҙстан тәбиғәте саф һәм гүзәл булыуы менән айырыла, ландшафт төрлөлөгө, тәбиғи байлыҡтары менән таң ҡалдыра. Мөһабәт тауҙар республика майҙанының 94 процентын биләй. Уйһыулы үҙәндәр, мәңгелек боҙлоҡтар был илгә хозурлыҡ өҫтәй. Тянь-Шань тауҙары теҙмәһендә урын алған ил иң бейек дәүләт булараҡ та таныулы. Үҙәк Азияның йөҙөк ҡашы булған Ысыҡкүл — Ҡырғыҙстан ғорурлығы, ул иң бейектә урынлашҡан донъялағы икенсе күл һанала. Күсмә тормош нигеҙендә формалашҡан ҡырғыҙ мәҙәниәтенә дәүләт биләмәһендә йәшәүсе халыҡтар йоғонтоһо көслө. Боронғо йолаларҙы, иң оло халыҡтарҙың йыр-моңон туплаған үҙенсәлекле мәҙәниәтте VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Адис» вокал фольклор-хореографик ансамбле күрһәтәсәк. Коллективтың сағыу сығыштары үҙ илендә генә түгел, башҡа тарафтарҙа ла тамашасы һөйөүе менән файҙалана.

Ил:

Ҡырғыҙстан