Шарджи милли коллективы

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре — ап-аҡ, икһеҙ-сикһеҙ ҡомлоҡ араһында күккә олғашҡан небоскребтары менән дан алған әкиәт иле. Ғәрәп ярымутрауының төньяҡ-көнсығышындағы был дәүләтте зәңгәрһыу диңгеҙ һыуҙарында ҡойоноп, алтын ҡояш нурҙарына мансылып сәскә ата. Дәүләт эсенә ете әмирлек ингән, һәр береһе үҙенсә матур, һәм айырым һыҙаттарға эйә. Көнсығыш һәм Көнбайыш традицияларын бергә үреп, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре боронғо һәм бөгөнгөнө мөғжизәле итеп ҡуша алған. Заманса биналар эргәһендә хан мәсеттәре, модерн стилендәге сауҙа үҙәктәре янында экзотик көнсығыш баҙарҙары урын алған. Бындай ҡатнашма мәҙәниәттә лә сағылыш таба. Ғәрәп йолалары бөгөнгө музыка стилдәре менән берләшә. Әкиәти илдең мәҙәниәтен VI Бөтә донъя фольклориадаһында Шарджи Sharjah National Group фольклор коллективы күрһәтеп, уникаль мәҙәни мираҫты асып һаласаҡ.

Ил:

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре