«Хиро Хаяшида и Супер Таико Джуниор» барабансылар коллективы

Япония — ҡояшты ҡаршылаусы ил. Һоҡланғыс тәбиғәте булған һәм дүрт эре һәм күп һанлы ваҡ утрауҙарҙа урынлашҡан ул. Японияла мөғжизәле рәүештә быуаттар төпкөлөнән килгән ғөрөф-ғәҙәттәр һәм бөгөнгө технологиялар килешеп үрелгән. Япондар үҙ тарихына һәм үткәненә, халыҡ тамырҙарына тоғролоҡ һаҡлай. Уның мәҙәниәтен ошо тәбиғәт байлыҡтары һәм тарихи ҡомартҡылары ла асыҡ сағылдыра. Бындағы һәйкәлдәр күҙ яуын ала. Әллә күпме быуат элек төҙөлгән Көнсығыш һарайҙары бөгөнгәсә бөтә гүзәллегендә һаҡланған. Фудзияма тауы милләт байлығы һәм символы һанала. Японияның колоритлы, сағыу мәҙәниәтен VI Бөтә донъя фольклориадаһында данлыҡлы «Hiro Hayashida and Super Taiko Junior» коллективы күрһәтәсәк. Бөтә донъяла билдәле барабансы Хиро Хаяшида етәкслегендәге дәртле коллектив һуҡма инструменттарҙа уйнау оҫталығын бар тәрәнлегендә асып бирәсәк.

Ил:

Япония