Фил һөйәге утрауының халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Кот-д’Ивуар — «Фил һөйәге яры». Кот-д’Ивуар Республикаһы Көнбайыш Африкала, Атлантик диңгеҙ буйында урынлашҡан ҡабатланмаҫ бер ил. Бындағы милли парктарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Мәҫәлән, Таи милли паркында Африкалағы иң боронғо ағастар үҫә һәм ул ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫына индерелгән. Меңәр быуатлыҡ тарих һаҡлаған Кот-д’Ивуарҙа архитектура ҡомартҡылары, тәбиғәт байлыҡтары ла күп. Донъялағы иң ҙур собор ҙа ошонда урынлашҡан. Дәүләт шулай уҡ Ер шарында иң күләмле банан, какао, ананас һәм ҡәһүә плантациялары менән билдәле. Какао һәм ҡәһүә етештереү буйынса ул донъяла алдынғы урындарҙы биләй. Кот-д’Ивуарҙың мәҙәниәте көндәлек тормоштан айырылғыһыҙ, сөнки уның халҡы боронғо бейеүҙәргә, йолаларға, йыр һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә ҙур әһәмиәт бирә. Кот-д’Ивуарҙың бай фольклорын һәм заманса бейеүҙәрен VI Бөтә донъя фольклориадаһында Фил һөйәге утрауының халыҡ бейеүҙәре ансамбле күрһәтәсәк. Был колелктив үҙ иленең ҡабатланмаҫ фольклорын, бөгөнгө музыка ритмдарын менән үрелдереп, һаҡлауҙы һәм киләсәк быуынға тапшырыуҙы, маҡсат иткән.

Ил:

Кот-д’Ивуар