Милли сәнғәт ансамбле

Камерун Республикаһы — Африка континентының бөтә матурлығын үҙенә туплаған һоҡланғыс ил. Камерундың тәбиғәте шул хәтле күп төрлө, хатта уны география китаптарында «Африка в миниатюре» тип йөрөтәләр. Был илдә иң эҫе континентҡа хас бөтә ландшафт, климат һәм үҫемлек төәбктәрен күрергә була. Камерун иң дымлы һауа торошо менән дә билдәле. Тәбиғәт байлығы Ваза, Коруп, Бубанджида, Бенуэ кеүек милли парк һәм ҡурсаулыҡтарҙа ҡәҙерләп һаҡлана. Дәүләттең иң иҫтәлекле урыны тип бөтә биләмәнән күренеп торған мөһабәт Камерун вулканын атарға мөмкин. Абориген халыҡтарҙың ҡыҙыҡлы һәм күп яҡлы мәҙәниәтен VI Бөтә донъя фольклориадаһында Милли сәнғәт ансамбле күрһәтәсәк. Уның сағыу сығыштары быуындан быуынға күсеп килеүсе милли колорит һәм берәүгә лә оҡшамаған һыҙаттар, тәрән серле мәғәнә һалынған йолалар менән байытылған.

Ил:

Камерун