«Киитшаракад» фольклор коллективы

Эстон Республикаһы меүәрләгән күлде туплаған ил. Иң ҙуры — Чуд күле Европала ҙурлығы буйынса дүртенсе урында тора. Төньяҡ Европала урынлашҡан Эстония Балтик, Фин диңгеҙҙәрендә ҡойона һәм 1500 утрауы менән ғорурлана ала. Балтика буйы дәүләтенең тарихы ла иҫ китмәле. Быуаттар дауамында формалашҡан тарихи мираҫ был ил халҡының йәшәйешендә аныҡ күренә. Эстондар үҙ мәҙәниәтен, йолаларын, фольклорын ҡәҙерләп һаҡлай. Уның бөтә матурлығын VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Kiitsharakad» халыҡ коллективы күрһәтәсәк. Эстон мәҙәниәтенең нигеҙен тәшкил иткән үҙенсәлекле бейеү һәм йыр традицияларына шаһит буласаҡбыҙ.

Ил:

Эстония