«Тибериас» бейеү коллективы

Израиль дәүләте — дүрт диңгеҙ һәм әкиәти ҡапма-ҡаршылыҡтар иле. Көнсығыш серлелеге бында заманса ҡәтғилек, тарихи храм һәм һәйкәлдәр — заманса архитектура, иңләп сыҡҡыһыҙ ҡомлоҡтар — диңгеҙ пейзаждары менән ҡушыла. Израиль ярҙарын һәр береһе үҙенсә матур булған Урта, Ҡыҙыл, Үле һәм Галилей диңгеҙҙәре йыуа. Был ил тарихи һәм иҫтәлекле урындар һаны буйынса рекорд ҡуя. Уларҙың күбеһе изге һанала һәм ғибәҙәт ҡылыусыларҙы күпләп йәлеп итә. Израиль мәҙәниәте әллә нисә быуын төрлөлөгөн берләштергән онотолмаҫ композицияны хәтерләтә. Ул үҙенең күп төрлөлөгө, колориты менән таң ҡалдыра. VI Бөтә донъя фольклориадаһында Израиль халҡының онотолмаҫ мәҙәни һыҙаттарын «Тибериас» бейеү коллективы күрһәтәсәк. Уның составында 6-нан алып 50 йәшкә тиклемге 250 бейеүсе бар. Ансамблдең сығыштарында илдең милли берҙәмлеге, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, күп һанлы халыҡтарҙың ижади емештәре асыҡ сағыласаҡ.

Ил:

Израиль