Хаджетеппе университетының йәштәр халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Төркиә — ҡояш һәм диңгеҙ иле. Европа һәм Азия уртаһында урынлашҡан был һушты алырлыҡ ил дүрт диңгеҙгә — Урта, Эгей, Ҡара һәм Мрамор дигеҙҙәренә сыға. Тарих һаҡлаған иҫтәлекле урындарға бай ул. Ете мөғжизәнең икәүһе — Артемида храмы һәм  Галикарнас мавзолейы Төркиәлә урынлашҡан. Был дәүләттең тәбиғәте бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ: мөһабәт Кемер тауҙары, Анталия ҡарағайҙары, Белек уйһыуҙары, Мармарис бейеклектәре, Аланияның зәңгәр тулҡындары, Каппадокияның ап-аҡ пейзаждары. Көнсығышты һәм Европаны тоташтырған ил булараҡ ул үҙенсәлекле мәҙәниәтте берләштергән. Халыҡ ижадында Азия, Европа, Кавказ, Көнсығыш традицияларын күрергә мөмкин. Төркиәнең күп ҡырлы мәҙәниәтен VI Бөтә донъя фольклориадаһында Анкара ҡалаһынан Хаджетеппе университетының халыҡ бейеүҙәре ансамбле күрәһәтәсәк. Йәштәрҙән тупланған ансамбль составында 10-дан 30 йәшкә тиклемге 200-ҙән ашыу артист бар. Коллектив 33 илдә 100-ҙән ашыу халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашҡан. Тамырҙары менән тарих төпкөлөнә киткән төрөк халҡының ҡабатланмаҫ мәҙәни байлығы сағыла уларҙың сығышында.

Ил:

Төркиә

Introduction Video of Hacettepe University Children and Youth Folk Dance Group

USA Washington DC Turkish Festival 2015Whirling Dervish

Poland CIOFF 2017-Lublin Blacksea Dances

Portugal CIOFF “Mediterranean Cultures” 2018 –Lisboa Rhtyhym Show

Ukraine 2018 LutskCIOFF –Rhythm Show

Swıeto Dzıecı Gor 2017 – Halay

XXXII IFM Lublin 2017 – Davul Show and Blacksea

XXXII IFM Lublin 2017 – Halay

XXXII IFM Lublin 2017 – Roman

XXXII IFM Lublin 2017 – Davuıl Show 2

Canada CIOFF festival 2016 Drummondville -Rhythm Shows

Canada CIOFF Festival 2016 Drummondville

Tayvan CIOFF Festivali 2015 Roman Dance

Tayvan CIOFF Festivali 2015 Horon

Tayvan CIOFF Festivali 2015 Halay from Urfa & Bitlis

Tayvan CIOFF Festivali 2015 Blacksea dances

Tayvan CIOFF Festivali 2015 (PART 1)

Tayvan CIOFF Festivali 2015 (PART 2)

Tayvan CIOFF 2015 Festivali North Cyprus Folk Dance

2010 Tayvan ZEYBEK – Warrior Dances