«Убуямбо» фольклор коллективы

Көньяҡ Африка Республикаһы — ике океан иле. Ул Африканың көньяғында урынлашып, Һинд һәм Атлантик океандар менән сикләшә. Һоҡланғыс һәм матур дәүләттең йөҙөн пляждар, тауҙар, ҡырағай тәбиғәт, иҫ китмәле оҙон — 2500 метрлыҡ яр буйы линияһы билдәләй. Ер шарындағы иң ҙур метеорит эҙе — Вредефорт кратеры һәм бейек тауы Нджесути ошо Республикала урын алған. Милли парк һәм ҡурсаулыҡтарҙа донъяның иң уникаль фаунаһы — буйвол, фил, арыҫлан, леопард, носорог кеүек йәнлектәр йәшәй. Крюгер милли паркы — Африкала иң ҙуры. Төрлө мәҙәни өлгөләрҙе туплаған илде VI Бөтә донъя фольклориадаһында “Ubuyambo” коллективы һынландырасаҡ. Ансамблдең символик һәм серле сығыштары ошо илдең иң боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдыра.

 

Ил:

Көньяҡ Африка Республикаһы