«Шри Ланка» фольклор коллективы

Шри-ланка — мәңгелек йәй иле. Шри-Ланка Демократик Социалистик Республикаһы — Көньяҡ Азияның утрау дәүләте. Һинд дигеҙен һыулай. ЮНЕСКО ҡурсауы аҫтына алынған тарихи һәм иҫтәлекле урындары менән дан тота. Боронғо ҡалалар, монастырҙәр, архитектура һәйкәлдәре, тропик джунглиҙар, тау шарлауыҡтары, төрлө йәнлектәр тупланған милли парктар менән дан тотҡан илдең икенсе исеме Цейлон. Сөнки ул сәй етештереүсе иң ҙур дәүләт һанала. Мәҙәниәте лә бик һоҡланғыс уның. VI Бөтә донъя фольклориадаһында Шри-Ланканың ҡабатланмаҫ йыр-моңон, фольклорын «Sri Lanka» коллективы күрһәтәсәк. Утрауҙарҙа йәшәүсе күп төрлө халыҡтарҙың бай ижадын тупалған сығыштар үҙенсәлекле колоритҡа эйә.

Ил:

Шри Ланка