«Перуанисимо» фольклор коллективы

Перу — боронғо мәҙәниәт, мөғжизәле матурлыҡ һәм мажаралар иле. Ер шарындағы иң боронғо тарихты һаҡлаған, тәбиғәт ҡомартҡылары менән дан алған дәүләт ул. Көньяҡ Америкала урынлашҡан Перуның күп кенә тарихи һәм тәбиғәт байлыҡтары Гиннес рекордтар китабына индерелгән һәм ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы һанала. Төп архитектура ҡомартҡыһы, әлбиттә, инк халҡы ҡулы менән һалынған Мачу-Пикчу ҡалаһы. Уның 100 мең йыллыҡ тарихы бар һәм ул рәсми рәүештә донъяның ете мөғжизәһе рәтенә индерелгән. Был илдең тәбиғәте лә ҡабатланмаҫ донъя. Тымыҡ океан ярҙарында мөһабәт Анд тауҙары күккә олғаша, уның ҡар ҡаплаған сал түбәләре тропик урмандар һауаһын һулаған Амазония менән сиктәш. Перула Ер шарындағы иң бейек күл һәм иң тәрән каньон урынлашҡан. Иң тулы һыулы йылға ла ошо ил буйлап аға. Көньяҡ Американың иҫтәлекле һәм һоҡланғыс үҙәге ул.

Перу халҡының сихри мәҙәниәтен VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Peruanisimo» фольклор коллективы сағылдырасаҡ. Уның сығыштары Перу биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен, ижадын, бейеү байлығын күрһәтеүҙе маҡсат иткән.

Ил:

Перу