«OSS Busevec» фольклор коллективы

Хорватия Республикаһы — Адриатика ынйыһы. Үҙәк европаның көньяғында, Балкан ярымутрауында урынлашҡан дәүләт Адриатик диңгеҙҙеһ һыулай. Хорватия мамыҡтай пляждары, йылы диңгеҙ һыуҙары, йыйнаҡ ҡалалары, зәйтүн ағастары һәм тауҙары менән таң ҡалдыра. Илдең 70 процент майҙанын милли парктар ала. Иң билдәлеһе — «Плитвицкие озера». Хорватияның тарихи ҡалалары донъя кимәлендә баһалана. Күп төрлө мәҙәниәттәрҙең берҙәмлеге — был илдең төп һыҙаты. Ошо колоритты тулы байлығында «OSS Busevec» фольклор коллективы VI Бөтә донъя фольклориадаһында асып һаласаҡ. 1920 йылда нигеҙләнгән был коллектив хорват халҡының уникаль йыр-моңон йәш быуынға еткереүҙе, һаҡлауҙы маҡсат итә.

Ил:

Хорватия