«Зоэль вальдес» фольклор проекты

Гватемала Республикаһы — янартауҙар иле. Бында Ер шарындағы иң көслө һәм бейек вулкандар бар, уларҙың күбеһе асыҡ. Гватемала Үҙәк Американың хозур таулы төбәгендә урынлашҡан бик матур ил. Уның ярҙары Тымыҡ һәм Атлантик океандарҙа ҡойона, ә биләмәһенең төп өлөшөн Кордильеры тауҙары һәм экзотик йәнлектәр менән ҡоштар тупланған тәбиғәт ҡурсаулыҡтары ала. Дәүләт ҡуйы тропик урмандары, мая ырыуының боронғо ҡалалары, үҙенсәлекле мәҙәниәте һәм йолалары менән дан тота. Гватемала мәҙәниәтен VI Бөтә Донъя фольклориадаһында «Zoel Valdes» коллективы тәҡдим итәсәк. 1977 йылда нигеҙ һалынған был фольклор ансамбле илдең мәҙәни традицияларын һаҡлай һәм Чили, Мексика, Гондурас, Франция, Корея, АҠШ, Эль-Сальвадор, Польша, Словакия, Панама кеүек илдәрҙә үткән фольклор фестивалдәрендә йыш сығыш яһай.

Ил:

Гватемала