«Мартисорул» фольклор коллективы

Румыния Республикаһы — Европаның иң йәмле илдәренең береһе. Легенда һәм риүәйәттәр, бейек тауҙар һәм тәрән күлдәр, йырып сыҡҡыһыҙ урмандар һәм иркә генә диңгеҙ — былар барыһы ла Румыния. Урта быуаттарҙан ҡалған мираҫ булып боронғо замоктар, сиркәүҙәр, һоҡланғыс ҡала һәм йыйнаҡ ҡына ауылдар һаҡлана бында. Карпат тауҙары теҙмәһе — Румынияның төп ғорурлығы. Баш ҡалаһы Бухарест элек-электән мәҙәни байлығы һәм иҫтәлекле урындары менән дан тота. Күп халыҡтар мәҙәниәтенең төрлөлөгө менән таң ҡалдырған ижад фольклор һәм легенда өлгөләренә бай. VI Бөтә донъя фольклориадаһында Румыния мәҙәниәтен «Martisorul» фольклор ансамбле күрһәтәсәк. Ул Клуж-Напока университет үҙәгендәге Студенттар мәҙәниәт йортонда 1957 йылда ойошторолған. 60 йыллыҡ тарихы булған коллектив сағыу сығыштары менән сит илдәрҙә лә дан ҡаҙанған. Уның репертуарында төп румын бейеүҙәре һәм йырҙары.

Ил:

Румыния