«Latvia Sing» коллективы

Латвия Республикаһы — ҡырағай тәбиғәт һәм бай мәҙәни мираҫты туплаған донъяның мөғжизәле бер мөйөшө ул. Европаның төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан ил Балтик дигеҙендә ҡойона. Ул үҙенең саф тәбиғәте, тарихи замоктары, ҡәлғәләре, мәҙәни йолалары, ҡыҙыҡлы архитектураһы һәм иҫтәлекле урындары менән дан тота. Латвияның баш ҡалаһы — Рига үҙе үк оло хазина. Урта быуатта һалынған таш йорттар, башнялар, боронғо монастырь һәм сиркәүҙәр, тар ғына урамдар — Латвияның әллә ҡасанғы тарихты ла юғалтмай, ҡәҙерләп һаҡлауы тураһында һөйләй. Иң ҙур урта быуат храмы — Домск соборы һәм Изге Петр сиркәүе Европаның айырыуса һаҡланған урындары иҫәбендә. Латвия фольклор мираҫы, айырыуса меңәр йылдар дауамында быуындан быуынға күсә килгән халыҡ йырҙары менән ғорурлана. Был илдең күп яҡлы мәҙәниәтен, халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәрен VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Latvia Sing» халыҡ коллективы күрһәтәсәк. Уларҙың сығышы дәртлелеге, рухлылығы менән айырылып тора.

Ил:

Латвия