«Гибаро де Пуэрто Рико» коллективы

Пуэрто-Рико — Кариб диңгеҙенең ҡап уртаһында урын алған утрауҙар иле. Ирекле биләмә булараҡ ассоциацияланған Пуэрто-Рико дәүләте ике яҡтан Кариб диңгеҙе һәм Атлантик океан һыуҙарында ҡойона. Ул үҙенең бай үҫемлек һәм йәнлектәр донъяһын һыйындырған һоҡланғыс ҡурсаулыҡтары һәм милли парктары менән дан тота. Сан-Хуан ҡалаһы — Пуэрто-Риконың баш ҡалаһы мөғжизәле һәм ҡабатланмаҫ матурлыҡҡа төрөнгән диңгеҙ яры буйында ултыра. Был ҡалала колониаль стилдәге тарихи биналарҙы һәм бөгөнгө зауыҡ менән һалынған йорттарҙы күрергә мөмкин. Пуэрто-Риконың бай мәҙәни тарихы ла ошо ожмах мөйөшөндә испандар, индеецтар, Африка халыҡтары һәм Америка мәҙәниәте нигеҙендә формалашҡан. Ҡояшлы утрау дәүләтен VI Бөтә донъя фольклориадаһында 1973 йылда Пуэрто-Рико мәҙәни институтында ойошторолған «Гибаро де Пуэрто-Рико» коллективы һынландырасаҡ. Ижади коллективтың төп маҡсаты — бейеүҙәр, музыка һәм актерлыҡ сәнғәте аша үҙ иленең онотолмаҫ фольклорын таратыу, йәштәрҙә халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу. Ансамбль Ер шарының дүрт ҡитғаһында, 40-тан ашыу илдә үткән халыҡ-ара фольклор фестивалдәрендә ҡатнашҡан.

Ил:

Пуэрто Рико