«Кулер 2 Прованс» коллективы

Франция — иң хисле, романтик ил. Ул үҙенең миләүшә сәскәле баҫыуҙары, гөрөлдәп торған һөйләше, хисле атмосфераһы, меңләгән мәҙәни һәйкәлдәре һәм тарихы менән данлыҡлы. Дәүләттең рәсми исеме — Француз Республикаһы. Баш ҡалаһы Париж романтиктар теленән төшмәгән урын. Европаның иң боронғо дәүләте булараҡ ул милли традициялары һәм мәҙәни байлығы менән дә билдәле. Францияның һәр бер ҡалаһы, бәләкәй генә ауылы ла тарих һәм мәҙәниәт музейына тиң. Альп тауҙары, пляждар, Елисей яландары, Эйфель башняһы һәм башҡа иҫтәлекле урындар бар. Францияның бай мәҙәниәтен VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Couleur 2 Provences» коллективы күрһәтәсәк. Колективтың ижады үҙенең теремек, дәртле сығыштары менән тартып тора, француз халҡының мәҙәни өлгөләрен асып һала.

Ил:

Франция