«Миталь дель мундо» фольклор коллективы

Эквадор Республикаһы — легендар цивилизациялар бишеге. Көньяҡ Америка ҡитғаһының төньяҡ-көнбайышында, экваториаль төбәктә урын алған был дәүләтте Тымыҡ океан һыуҙары иркәләй һәм иң мөһабәт тауҙар системаһы Анды түбәләре һаҡлай.

Баш ҡалаһы Кито — донъя мәҙәни мираҫы булараҡ ЮНЕСКО ҡурсауына алынған тәүге ҡала. Эквадорҙа майя һәм инк халыҡтары цивилизациялары, Европа халыҡтарының мәҙәниәте бергә үрелеп, һоҡланғыс композиция тыуҙыра. Ҡабатланмаҫ тәбиғәте, ҡуйы тропик урмандары, янартау пейзаждары, боронғо ҡалалары, бейек тауҙары һәм күҙ яуын алырлыҡ күлдәре менән күңелгә үтеп инә.

Уның ғәжәйеп мәҙәниәтен VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Mitad del mundo» фольклор коллективы күрһәтәсәк. Традицион йырҙарға, Эквадор халыҡтары бейеүҙәренә нигеҙләнгән сығыштарҙа колониаль дәүер һәм урындағы ерле халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре асыҡ сағыла.

Ил:

Эквадор