«Антумапу» халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Чили — тылсымлы һындар, туңған вулкандар, тап-таҙа күлдәр, ап-аҡ ҡомло пляждар, ҡарлы тауҙар һәм ҡолмлоҡтар иле. Ер шарындағы иң оҙон дәүләт тә һанала Чили. Ил Анды һәм Кордильеры тауҙары күкрәгенә һыйынып, Тымыҡ океан буйында ята. Бында иң бейек янартау — Охос-дельСальдо һәм иң ҡоро ҡомлоҡ Атакама урынлашҡан. Чилиҙың күпселек майҙанын милли парктар һәм ҡурсаулыҡтар ала. Кеше ҡулы менән яһалған һәйкәлдәре менән дә данлыҡлы. Пасха утрауындағы һындар тарихи әһәмиәткә эйә һәйкәл булып иҫәпләнә. Бороноғ мәҙәниәт, быуаттар төпкөлөнән килеп еткән цивилизация шаңдауы урындағы мәҙәниәттә лә асыҡ сағыла. VI Бөтә донъя фольклориадаһында Чили халҡының испанса дәртле, индеецтарса тәрән мәғәнәле мәҙәниәтен «Antumapu» халыҡ бейеүҙәре ансамбле күрһәтәсәк. Сағыу ижады, ихлас сығыштары менән дан алған коллектив фольклор традицияларға таяна һәм үҙ иленең бөтә матурлығын асып бирә.

 

Ил:

Чили