«Фуэрте Раса» халыҡ бейеүҙәре коллективы

Панама Республикаһы — ике ҡитға араһындағы дәүләт. Бигерәк матур һәм ҡунаҡсыл ил океандар уртаһында ҡалып, Көньяҡ һәм Төньяҡ Американы тоташтыра. Илдең баш ҡалаһы ла шул уҡ исем менән — Панама тип йөрөтөлә. Иң ҙур байлығы — тәбиғәте. Гүзәл утрауҙар, емелдәп торған ҡомло пляждар, йоҡоһонан уянмаған вулкандар, милли парктар һәм донъялағы иң оҙон Панама каналы (уның оҙонлоғо 80 метр) — был илдә ошо иҫтәлекле урындарҙан тыш Тымыҡ океанға байыған ҡояштың Атлантик океан өҫтөнән күтәрелгәнен күрергә мөмкин. Ерле халыҡ, Европа, американан, Африканан күсеп килеүселәр Панаманың мәҙәниәтен күп ҡырлы итеп байытҡан, матурайтҡан. «Панама — донъя күпере, Йыһан йөрәге» тигән девиз аҫтында сығыш яһаусы «Fuerte Raza» халыҡ бейеүҙәре коллективы Панаманы VI Бөтә донъя фольклориадаһында күрһәтәсәк. 1993 йылда нигеҙ һалынған ансамбль үҙ иленән ситтә лә Панама халҡының ҡабатланмаҫ ижадын тәҡдим итеп, дәрәжә тота. Улар Венесуэла, Перу, Сальвадор, Мексика, Португалия, Италия һәм башҡа илдәрҙә уҙған халыҡ-ара фестивалдәрҙең ҡатнашыусыһы һәм лауреаттары.

Ил:

Панама