Аргентина милли секцияһының «Сентимьенто Криоли» бейеү коллективы

Аргентина — ялҡынлы танго һәм футбол иле. Ул Көньяҡ Америкала иң ҙур, Латин Америкаһында майҙаны буйынса икенсе урында торған дәүләт. Испан телендә һөйләшкән Аргентина халҡы бер ерҙә лә оҡшашлығы булмаған йолалары, күп һанлы мәҙәни һәм тарихи һәйкәлдәре менән ғорурлана ала. Илдең биләмәһе бер юлы өс климатик зонала урынлашҡанға күрә, бында ландшафт төрлөлөгө, климат һәм ҡабатланмаҫ үҫемлек һәм хайуандар донъяһы күҙгә ташлана. Аконкагуа тауы Төньяҡ һәм Көньяҡ Американың иң бейек нөктәһенән һанала, уның бейеклеге 6962 метрға етә. ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫына индерелгән Игуасу шарлауығы туристар иң йыш йөрөргә яратҡан урын һанала.

Аргентина мәҙәниәтенең булмышы — ул танго. Был бейеү ҙә ЮНЕСКО-ның матди булмаған мираҫы исемлегенә индерелгән. Аргентина тангоһы боронғо милли бейеү генә түгел, ул музыка, бейеү, әҙәбиәттең сағыу, ҡабатланмаҫ бер ҡушылмаһы. Был ил халҡы өсөн танго — тотош бер философия, хатта дини ышанысҡа тиң.

Дәртле бейеүҙәре, үҙенә генә хас йолалары булған Аргентинаны VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Ballet Sentimiento Criollo» коллективы күрһәтә. 1983 йылда ойошторолған был фольклор ансамбле Аргентина фольклорының илсеһе ул. Уның составында төрлө йәштәге 150 бейеүсе бар. Үҙенең эшмәкәрлеге осоронда «Ballet Sentimiento Criollo» Боливия, Перу, Мексика, Испания, Никарагуа, Коста-Рика, Панама, Швейцария, Сербия, Португалия, Германия һәм Францияла уҙған халыҡ-ара фестивалдәр сәхнәләрендә лайыҡлы сығыш яһай.

Ил:

Аргентина