«Neike Don Mario» фольклор коллективы

Парагвай Республикаһы — Көньяҡ Американың йөрәгендә урынлашҡан ил. Парагвай — ҡыҙыҡлы архитектура ҡомартҡылары, тәбиғәт байлыҡтары менән тулы сихри донъя. Көньяҡ Американың был дәүләтендә күп һанлы милли парктар, айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре тупланған. Парагвайҙың иң иҫтәлекле урыны — сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәк булған баш ҡалаһы Асунсьон. Иҫ китмәле матур Рио-Парагвай йылғаһы буйында урынлашҡан ҡалала колониаль стилдәге биналар менән бер рәттән бына тигән мөһабәт һарайҙар, боронғо өйҙәр, бай сауҙа үҙәктәре, сиркәү һәм музейҙарҙы күрергә мөмкин. Ҡул көсө менән эшләнгән иң ҙур ҡоролма — Итайпу быуаһы ла ошо дәүләттә урын алған. Ул Америкала ғына түгел, бөтә донъяла иң ҙур электр энергияһы сығанағы һанала. Парагвай мәҙәниәтендә испан һәм индеецтарҙың мәҙәни сығанаҡтары бергә ҡушылған. Ҡайнар ҡояшлы, сағыу илде VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Neike Don Mario» фольклор коллективы күрһәтәсәк. Артистарҙың ҡабатланмаҫ моң менән һуғарылған һоҡланғыс сығыштары Парагвайҙың мәҙәни мираҫын һаҡлауға, халыҡ ижадын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Ил:

Парагвай