«Monte Verde» фольклор коллективы

Португалия — диңгеҙ гиҙеүселәр һәм географик асыштар иле. Португалия Республикаһы континенталь Европаның иң көнбайышында урынлашҡан. Ул Пиреней ярымутрауын биләп, Атлантик океан һыуҙарында ҡойона. Илдең иң ҙур ҡалаһы булған Лиссабон порты — уның баш ҡалаһы ла.

Донъяның иң боронғо илдәренең береһе булған Португалия үҙенсәлекле георгафик күп төрлөлөк һәм бай мәҙәни мираҫҡа эйә. Айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт зоналары, тарихи һәйкәлдәр күп бында. Быуындан быуынға тапшырыла килгән балыҡсылыҡ традициялары, күҙ яуын алырлыҡ пейзаждары, аш-һыуы һәм телде йоторлоҡ шараптары, бөтә Ер шарына билдәле футбол командаһы, гольф яландары, урта быуат һарайҙары, бейек-бейек тулҡындары һәм бихисап изге урындары менән дан тота ул.

Португалияның үҙенсәлекле мәҙәниәте йөҙәр йылдар дауамында Рим, Ғәрәп, Испан илдәре йоғонтоһонда формалашҡан. Ҡояшлы һәм алсаҡ илдең мәҙәни мираҫын VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Monte Verde» фольклор коллективы күрһәтәсәк. Ансамблдең сығыштары тарихи йолаларға таянып, гитара һәм башҡа традицион музыка инструменттары моңдары менән байытылған.

Ил:

Португалия