«ЛетсФолк» фольклор коллективы

Люксембург — донъялағы иң боронғо дәүләттәрҙең береһе. Ер шарындағы берҙән-бер Бөйөк Герцогство Х быуатта уҡ нигеҙләнгән. Европаның ғына түгел, бөтә донъяның иң бәләкәй дәүләте булыуға ҡарамаҫтан — уның майҙаны ни бары 2587 квадрат метр, Люксембург тарихи әһәмиәткә эйә урындары менән данлыҡлы. Илдең исеме элекке ҡәлғә йәки нығытманы аңлатып, «бәләкәй ҡала» тигән мәғәнә һалынған. Үҙенсәлекле был дәүләттең халҡы өс телдә — люксембургса, немецса һәм французса һөйләшә. Бөйөк Герцогство — урта быуатта төҙөлгән замоктарға бай. 130 боронғо замоктың 60-ы шул килеш һаҡланған бында. Бынан тыш Люксембургта 100-ҙән ашыу зауыҡлы күпер бар. Илде Европаның йәшле йөрәге тип тә йөрөтәләр, сөнки урмандар бөтә майҙандың 40 процентын биләй. Иҫ китмәле матур илдә милләттәр һаны ла бихисап. Шуға күрә уның мәҙәниәте лә күп яҡлы, колоритлы. Люксембург Бөйөк Герцогствоһын VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Let'zFolk» фольклор ансамбле күрһәтәсәк. Тәржемә иткәндә ул «Люксембург фольклоры» тигәнде аңлата. Урта быуаттарҙан беҙҙең көнгәсә килеп еткән халыҡ бейеүҙәрен башҡара улар. Репертуарында 20-гә яҡын ҡабатланмаҫ бейеү бар. Халыҡ-ара фестивалдәрҙең йыш ҡунағы булған был ансамбль  тәрән тарихи тамырға эйә сығыштары менән хайран ҡалдыра.

Ил:

Люксембург