«Дипела Ца Га Кобокве» фольклор коллективы

Ботсвана Республикаһы — иңләп сыҡҡыһыҙ ҡомлоҡтар араһында урынлашҡан, әммә һыу сығанаҡтарына мул ил. Ботсвана Африка континентының көньяғында урын алған, уның биләмәһенең 70 процентын Калахари ҡомлоғо ала, ә 18 процентында милли парк һәм ҡурсаулыҡтар. Был илдә дәүләттәр араһында иң ҡыҫҡа сик теркәлгән: Ботсвана һәм Замбия араһы ни бары 700 метр. Илдәге иң ҙур йылға Окавангоның дельтаһы аяуһыҙ ҡояш киптергән, ҡыҙыу ҡом өҫтөндәге оазис. Ундағы йәнлектәр төрлөлөгө планетала берҙән-бер шундай урын. Цодило ҡаялар теҙмәһендә «Ҡомлоҡ Лувры» тип аталған һәм тәүтормош рәссамдарының талантын һаҡлаған тарихи урын бар — унда ҡаяға төшөрөлгән 4500 боронғо һүрәттәр тупланған. Ботсвананың арбаусы көскә эйә ижади мираҫын VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Dipela Tsa Ga Kobokwe» фольклор коллективы асып һаласаҡ. Үҙенә генә хас онотолмаҫ сығыштарҙа Ботсвана халҡының боронғо ышаныуҙары, ритуалдары, йәшәү рәүеше, тарихҡа бай мөхите сағыласаҡ.

Ил:

Ботсвана