«Там Ти де Лам» фольклор ансамбле

Канада — алты сәғәт бүлкәтен туплаған ил. Өс океан менән йыуылған ҡабатланмаҫ тәбиғәтле, һоҡланғыс пейзажлы ғәжәйеп дәүләт ул. Канадалағы күлдәр һәм йылғалар һаны Ер шарының бөтә дәүләттәрендәгенән күберәк, ә өс утрау донъяла иң ҙурҙарҙан һанала. Яр буйы линияһы ла донъялағы иң оҙоно уның, планеталағы иң күп эсәр һыу запасы тап Канадала тупланған. Кешелек цивилизацияһы бында боронғо, тәүтормош тәбиғәте менән йәнәш татыу йәшәй. Мәҙәниәте күп яҡлылығы менән хайран ҡалдыра. Илдең бер төбәгендә бәләкәй Францияны (Квебек), икенсеһендә Англияны (Британия Колумбияһы), өсөнсөһөндә Шотландияны (Лемберг) күрергә, ерле халыҡ — эскимостарҙың ҡарап туйғыһыҙ колоритына сумырға мөмкин. Канада халҡы этник яҡтан иң бай һанала, мәҙәниәте лә төрлө йүнәлештәр һәм ғөрөф-ғәҙәттәр ҡатнашмаһы. Канаданы VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Tam Ti Delam» фольклор ансамбле күрһәтәсәк. Сет-Иль ҡалаһында 1980 йылда ойошторолған был коллектив 39 йыл инде квебек фольклорына һәм ауыҙ-тел ижады өлгөләренә, бейеүҙәренә таянып ижад итә. Ансамбль составында 30-ҙан ашыу бейеүсе һәм музыкант бар. Улар Франция, Испания, Украина, Венгрия, Швейцария, АҠШ, Португалия, Кипр һәм башҡа илдәрҙәге халыҡ-ара фестивалдәрҙә Канада намыҫын лайыҡлы яҡланы.

Ил:

Канада