«Плямаше» халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Болгария Республикаһы — розалар иле. Роза сәскәһе илдең символы һәм милли байлығы һанала. Был дәүләт Балкан ярымутрауында, Көньяҡ-көнсығыш Европала, Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан. Болгария элек-электән Европанан Яҡын Көнсығышҡа һәм Азияға үҙенсәлекле юл саты булды. Йомшаҡ ҡомло Ҡара диңгеҙ яры, киң тигеҙлектәр, йылғалар, Балкан тауҙары теҙмәһе илдең баһалап бөткөһөҙ байлығы ул. Болгария боронғо цивилизациялар һаҡсыһы, асылмаған тарихи серҙәр һандығы. Бында һәр ҡала, һәр ауыл берәй тарих йәки легенда һаҡлай, тәрән мәҙәни мираҫҡа эйә. Болгарҙар фольклоры, йыр һәм бейеүҙәре Балканда иң йөкмәткелеләрҙән һанала. Уның бөтә матурлығын, күп яҡлы элементтарын VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Plamache» халыҡ бейеүҙәре ансамбле асасаҡ. Сағыу сығыштары менән дан алған коллектив болгар бейеүҙәрен, йыр һәм йола фольклорын популярлаштырыуҙы һәм һаҡлауҙы маҡсат иткән.

Ил:

Болгария