«Хаманина» фольклор ансамбле

Беларусь Республикаһы — боронғо тарихы, бай йолалары, иҫ китмәле тәбиғәте һәм архитектураһы булған ил. Бында Көнбайыш Европа һәм Көнсығыш славян мәҙәниәте бергә үрелгән. Беларусь Республикаһы биш дәүләт менән сиктәш. Уның баш ҡалаһы Минск замана менән бергә атлаған һәм шул уҡ ваҡытта йолаларҙы тергеҙеүгә күп көс һалған ҡала.

Быуаттар буйына кеше ҡулы тейәмәгн йәшел урмандары менән данлыҡлы был ил. Европала иң ҙур реликт урманы һаналған Беловежье шырлығы ла тап бында урынлашҡан. Бынан тыш Беларусь күлдәр төбәге һанала. Көҙгөләй ялтырап, үҙенә саҡырып, тилбер тулҡындары менән арбап торған меңләгән күле бар уның. Ил тарихи музейҙары, архитектура һәйкәлдәре, замоктары, монастырҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Беларусь Республикаһының ҡабатланмаҫ мәҙәниәтен һәм меңәр йыллыҡ тарихы булған фольклорын VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Хаманина» фольклор ансамбле күрһәтәсәк. Уның сығыштары халыҡ йолаларын нығытыуға, ғәрәф-ғәҙәттәр нигеҙендә мәҙәниәт өлгөләрен йәш быуынға еткереүгә йүнәлтелгән.

Ил:

Белоруссия