«Бразил Централ» фольклор коллективы

Бразилия Федератив Республикаһы — ғәжәйеп ҡапма-ҡаршылыҡтар иле. Күпереп торған тропик урмандар бында мөһабәт тауҙар менән, ҡырағай джунглиҙар — ап-аҡ ҡомло, заманса пляждар менән, тулы һыулы, киң йылғалар — бер нәмә үҫмәгән, буш платолар менән, ярһыу шарлауыҡтар — тымыҡ һәм йәтеш океан бухталары менән аралаша. Бразилия ялҡынлы һәм дәртле карнавал, сәмле футбол, хуш еҫле ҡәһүә һәм күңел ҡылдарын сиртерлек сериалдар донъяһы. Испанса һөйләшкән континентта португал телендә аралашҡан берҙән-бер республика булараҡ та билдәле. Донъяның ете мөғжизәһенең икәүһе — Рио-де-Жанейро өҫтөндә ҡалҡып тороусы иҫ китмәле ҙур Христос һәйкәле һәм Ер шарындағы иң ҙур бассейнлы һәм тулы һыулы Амазонка йылғаһы Бразилияла урынлашҡан. Бразилия мәҙәниәте индеецтарҙың, Европа һәм Африка халыҡтарының элементтары менән байытылып, үҙенсәлекле төҫ алған. VI Бөтә донъя фольклориадаһында Бразилия халҡының уникаль ижадын «Brasil Central» фольклор коллективы күрһәтәсәк. Ансамблдең үҙе эсенә театр, йыр, бейеү кеүек сәнғәт төрҙәрен берләштергән сағыу, рухлы һәм дәртле сығыштары Ер шарының был онотолмаҫ мөйөшөндәге милли хазинаны һаҡлауҙы маҡсат иткән.

Ил:

Бразилия