«Билбили» халыҡ коллективы

Албания Республикаһы — Көньяҡ Европаның Балкан ярымутрауында урынлашҡан иң матур иле. Уның ярҙары Адриатик һәм Ионик диңгеҙҙәр һыуында ҡойона. Албания — йәмле тәбиғәтле һәм бай тарихлы, һоҡланғыс ил. Бына тигән пляждар, һушты алырлыҡ тау теҙмәләре, ялтырап ятҡан күлдәр, боронғо замоктар, Рим империяһынан ҡалған иҫтәлектәр, Осман дәүере мәсеттәре — барыһы бергә үрелгән бында. Бик боронғо тарихы, уникаль мәҙәниәте булған Албанияның мәҙәни традицияларын VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Bilbili» фольклор ансамбле күрһәтәсәк. Коллектив 1994 йылда Влера ҡалаһында ойошторолған. Уның репертуарында Албанияның көньяҡ һәм башҡа провинцияларының йырҙары, бейеүҙәре һәм традицион музыкаһы тупланған. Халыҡ фолькор коллективы концерттар менән үҙ илендә генә түгел, Италия, Македония, Литва, Төркиә, Польша, Болгария, Черногорияла үткән халыҡ-ара фестивалдәрҙә йыш сығыш яһай.

Ил:

Албания