«Корос и дансаз де Лорка» фольклор коллективы

Испания батшалығы — йылы йәйге ҡояш, тыңлап туйғыһыҙ музыка, дәртле һәм рухлы бейеүҙәр иле. Европаның иң таулы һәм иң бейек төбәге булған Испанияны тулыһынса тиерлек Урта диңгеҙ урата. Ил боронғо һәйкәлдәр, ҡыҙыу фламенко һәм хәүефле корридаһы менән дан тота. Йөҙәр йылдар дауамында биләмәләге күп һанлы милләттәр формалаштырған мәҙәниәт ошондай сағыу ҡатнашма тыуҙырған да инде. Испания — ул ут-ялҡын, дәрт һәм хистәр шауҡымы. Фольклорҙа, йолаларҙа ла милли характер, испандарҙың ҡыйыулығы, янып торған йөрәге сағыла. Испанияның күп яҡлы, үҙенә генә хас традицияларын VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Coros y Danzas de Lorca» фольклор коллективы күрһәтәсәк. 1945 йылда нигеҙ һалынған көндән алып, был ансамбль Лорк ҡалаһы һәм уның тирә-яҡындағы ауылдар халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡларға, тергеҙергә ынтыла, сығыштарын да шул онотолмаҫ ижадҡа нигеҙләй. 100-ҙән ашыу артистан торған коллективы ата-бабаларының йыр-моңон, бейеүҙәрен популярлаштырыу маҡсатынан тайпылмай.

Ил:

Испания