«Айҡолаш» Ҡарағалпаҡ милли фольклор дәүләт ансамбле

Үзбәкстан — йылына өс йөҙ көн дауамында бер ниндәй болот әҫәре булмаған, ҡояшлы, бай төбәк. Үзбәкстан Республикаһы — Урта Азияның ярайһы уҡ ҙур өлөшөн алып торған дәүләт. Уның тәбиғәте үҙенең ландшафт төрлөлөгө менән һоҡландыра: бай емеш биргән баҡсалар, уңдырышлы яландар, осһоҙ-ҡырыйһыҙ мамыҡ плантациялары, саф һыулы тау шишмәләре, кеше аяғы баҫмаған сүллектәр һәм күккә олғашҡан тауҙар теҙмәһе ҡеүәтле Амударъя һәм Һырдаръя йылғалары буйында урын алған. Элекке быуаттарҙа Үзбәкстан аша Бөйөк Ебәк юлы үткән һәм бөгөн был дәүләт боронғо архитектура ҡомартҡыларын, ҡәлғәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Үзбәкстан мәҙәниәте лә быуаттар дауамында формалашып, ошо төбәктәге күп һанлы халыҡтар ижадын үҙендә туплаған. VI Бөтә донъя фольклориадаһында был илдең мәҙәниәтен «Айҡолаш» Ҡарағалпаҡ милли фольклор дәүләт ансамбле күрһәтәсәк. Ул дәүләт филармонияһы базаһында 1956 йылда ойошторолған һәм эшләү дәүерендә төрлө кимәлдәге халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрҙә лайыҡлы сығыш яһаған.

Ил:

Үзбәкстан