«Вензеля» хореографик ансамбле (Пенза ҡалаһы)

Рәсәй Федерацияһы — 11 сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан ил. Рәсәйҙе 12 диңгеҙ һәм өс океан уратып алған. Төньяҡ боҙло, Атлантик һәм Тымыҡ океанды һыулаған ил арктик киңлектәрҙән алып субтропиктарға тиклем төрлө яҡшы тәбиғәте менән данлыҡлы.

Рәсәйҙең меңәр йыллыҡ тарихы үҙенсәлекле һәм мөһабәт архитектура ҡомартҡыларын, тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлай. Бында Ер шарындағы иң тәрән күл Байкал, Европалағы иң бейек тау — Эльбрус түбәһе урынлашҡан. Урал тауҙары Азия һәм европаны урталай бүлеп үтә. Рәсәй иң күп милләтле ил, уның мәҙәниәте лә сағыу, ҡабатланмаҫ.

Илебеҙҙең мәҙәни традицияларын күрһәтеү VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Вензеля» ансамбленә ышанып тапшырылған. Күп һанлы халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты булған коллектив үҙ сығыштарына Рәсәйҙең бай мәҙәни мираҫын туплап, иҫтә ҡалырлыҡ номерҙар тәҡдим итәсәк.

Ил:

Рәсәй