«Сатит Силпакорн» фольклор бейеү коллективы

Таиланд батшалығы — орхидеялар ере. Көньяҡ-Көнсығыш Азияла, Индокитай һәм Малакка ярымутрауҙарында урынлашҡан һоҡланғыс был дәүләт Андаман диңгеҙе һәм Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе тулҡындарына иркәләй. Ҡабатланмаҫ колорит һәм күп төрлөлөк күҙҙе сағылдыра. Бангкок — иң мөһабәт һәм иң иҫтәлекле урын. Донъялағы иң эҫе ҡала ул. Бангкоктағы кеүек архитектураны башҡа бер ерҙә лә тап итеү мөмкин түгел: шул тиклем ҡабатланмаҫ һәм зиннәтле итеп итеп эшләнгән бороноғ храмдар, һарайҙар, парктар. Ҙур Батша һарайы архитектура күп төрлөлөгө менән таң ҡалдыра. Таиланда быуаттар дауамында формалашҡан һәм ҡытай, һинд һәм көнбайыш цивилизациялары элементтарын туплаған үҙенсәлекле көнсығыш мәҙәниәте йәшәй. Таиландың ҡабатланмаҫ ижади өлгөләрен VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Satit Silpakorn» халыҡ бейеүҙәре ансамбле күрһәтәсәк. Коллективтың баҙыҡ һәм дәртле сығыштарында Таиланд мәҙәниәте тулы байлығында сағыласаҡ.

 

Ил:

Тайланд