Көньяҡ Кореяның CIOFF® халыҡ бейеүҙәре коллективы

Корея Республикаһы — таңғы ысыҡтай сафлыҡ иле. Азияның төньяҡ-көнсығышында, Корея ярымутрауының көньяғында урын алған сәскә атыусы, матур дәүләт ул. Уның ярҙарын Тымыҡ океан акваторияһына ингән өс диңгеҙ — Һары, Япон һәм Көньяҡ диңгеҙҙәр йыуа. Корея — үҙенсәлекле милли мәҙәниәт, быуаттар буйына алтын бөртөктәреләй тупланған тарихи ҡомартҡылар, йөкмәткеле менталитет иле. Быуаттар төпкөлөнән килгән Азия йолалары бөгөнгө һоҡланғыс мәҙәни элементтар менән тиң һәм бер кимәлдә һаҡлана. Бөтә тәбиғәт байлыҡтары дәүләт ҡурсауы аҫтына алынған һәм милли парктар, ҡурсаулыҡтарға индерелгән. Будда монастырҙәре, батша һарайҙары, боронғо һәйкәл һәм храмдар, ҡәлғәләр — күбеһе ЮНЕСКО мәҙәни мираҫы тип иҫәпләнә. VI Бөтә донъя фольклориадаһында Көньяҡ Кореяның мәҙәниәтен Көньяҡ Кореяның CIOFF® халыҡ бейеүҙәре коллективы күрһәтәсәк. Коллективтың сағыу сығыштары Корея халҡының һоҡланғыс ғөрөф-ғәҙәттәрен, ауыҙ-тел ижадын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Ил:

Корея