«Эннауроз» халыҡ бейеүҙәре коллективы”

Тунис Республикаһы — яғымлы ҡояш, һалҡынса оазистар, финик пальмалары, хуш еҫле йәсмин һәм боронғо тарихты һаҡлаусы ил. Төньяҡ Африкала урынлашҡан Тунис Урта дигеҙ ярын биләй. Таң ҡалдырғыс был илдең биләмәһендә Телль-Атлас тауҙар системаһы, яр буйындағы тигеҙлектәр, саванналар һәм Сахара ҡомлоғо урын алған. «Сахара Розаһы» тип йөрөтөлгән мөғжизә — тәбиғи рәүештә ҡомдан һәм тоҙҙан һынландырылған минерал ул. Ҡомлоҡло ил булыуға ҡарамаҫтан күлдәр ҙә күп бында. Шотт-эль-джерид һәм Шотт-эль-Гарса иң ҙурҙары һанала. Туниста боронғо ҡалалар емереклектәре, ҡәлғәләр, амфитеатрҙар, тәүтормош кешеләре йәшәгән урындар шул килеш кенә һаҡланған. Үҙенсәлекле дәүләттең тарихи һәм һоҡланғыс мәҙәниәтен VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Ennawrouz» халыҡ бейеүҙәре ансамбле күрһәтәсәк. Коллективтың сығышы быуаттарҙан күсеп килгән дәртле бейеүҙәр һәм йырҙар менән һуғарылған.

Ил:

Тунис