«Austria» халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Австрия Республикаһы — мөғжизәле тәбиғәте, архитектураһы, тарихы һәм йолалары булған һоҡланғыс ил. Австрия хаҡлы рәүештә Үҙәк Европаның иң матур илдәре иҫәбендә. Ул үҙенең тарихи һәм иҫтәлекле урындары, музей, театрҙары булған мөһабәт ҡалалары, йәшеллеккә сумған тауҙар араһында урынлашҡан әкиәти ауылдары менән билдәле. Был илдең гүзәл тәбиғәте һәм күҙ яуын алырлыҡ архитектураһы фантастик пейзаждар тыуҙыра. Каскад тибындағы донъялағы иң бейек шарлауыҡ һәм планеталағы иң ҙур боҙло мәмерйә лә Австрияла урынлашҡан. Тап Австрияла тауҙар аша үтеүсе тәүге тимер юлы сафҡа индерелгән һәм донъялағы иң боронғо күҙәтеү тәгәрмәсе ҡуйылған. Австрияның бай мәҙәни һәм тарихи мираҫын VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Austria» халыҡ бейеүҙәре ансамбле күрһәтәсәк. Был коллективтың сағыу, үҙенсәлекле сығыштары илдең матурлығын, халыҡ ижадын, онотолмаҫ тарихын асып һаласаҡ.

Ил:

Австрия