«Шмерлитц» халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Германия — меңәр йыллыҡ тарихы һәм быуаттар буйына формалашҡан традициялары булған һоҡланғыс ил. Германия Федератив Респубилкаһы Үҙәк Европала урынлашып, Төньяҡ һәм Балтик диңгеҙҙәренә сыға. Мөһабәт замоктар, батша һарайҙары, күп һанлы музейҙар һәм мәҙәни үҙәктәр, кеше ҡулы теймәгән йәм-йәшел урмандар, бөхтә пляждар, Альп тауҙары теҙмәһе, күҙ күреме етмәҫ баҫыуҙар, виноград плантациялары — Германия, әйтерһең, бөтә Европаның гүзәллеген үҙенә туплаған. Илдең тарихи һәм мәҙәни мираҫы ла бик бай йөкмәткеле, сөнки унда һәр төбәктең мәҙәниәте, йолалары бер башҡа, улар бергә ҡушылып уникаль күренеш тыуҙыра. Германияның сағыу биҙәктәрен VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Schmerlitz» халыҡ бейеүҙәре коллективы күрһәтәсәк. 1964 йылда ойошторолған ансамбль Германияла ғына түгел, Польша, Чехия, Латвия, Словакия, Венгрия, Бельгия, Франция, Испания, Сербия, Хорватия, Дания, Греция, АҠШ, Аргентина, Португалия илдәрендә уҙған халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып дан алған.

Ил:

Германия