«Карагоуна» фольклор ассоциацияһы

Греция — Ер шарының иң һөйкөмлә һәм мөғжизәле мөйөштәренең береһе. Балкан ярымутрауында, өс континент: Азия, Африка һәм Европа араһында урынлашҡан был илдең ярҙарын ете диңгеҙ һыуҙары йыуа. Күп һанлы утрауҙарҙың йәмлелеге күҙ яуын ала. Был дәүләт үҙенә генә хас тәбиғәте, һушты алырлыҡ архитектураһы, мифологик тарихы менән үҙенә ылыҡтыра. Алтынға мансылған пляждар, зәңгәрһыу диңгеҙ, боронғо храмдар емереклектәре, тарихи һәйкәлдәр — былар барыһы ла Греция. Һәр бер ҡала тарихи әһәмиәткә бай. Шуға күрә Греция мәҙәниәте иң боронғоларҙан һанала. Антик дәүерҙән үрелеп, бөгөнгө һулыш менән тулыландырылған тарихи фольклорҙы VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Karagouna» фольклор коллективы күрһәтәсәк. Ансамбль грек халҡының иң боронғо традицияларын һаҡлай һәм үҙенсәлекле мәҙәни йолаларын асып һалып, донъяның был һоҡланғыс урынын барып күргәндәй тәьҫир ҡалдыра.

Ил:

Греция