«Фанг-Шианг» бейеү театры

Тайвань (Тайбэй) — серле утрау. Был дәүләттең ҡабатланмаҫ фольклор өлгөләрен VI Бөтә донъя фольклориадаһында Fang-Shiang бейеү театры күрһәтәсәк. Ул 1991 йылда Синьбэй ҡалаһында ойошторолған һәм бик күп йәш артистарҙы туплаған. Театр репертуарында Ҡытай һәм Тайвань мәҙәниәтенең иң яҡшы өлгөләре, традицион бейеү сәнғәте һаҡлана. Бөгөн уның составында 7-нән 22 йәшкә тиклемге 30-ҙан ашыу артист иҫәпләнә. Ло Ин-фанг ханым етәкселегендәге һәләтле коллектив халыҡ-ара фестивалдәрәҙең наградаларына лайыҡ. Улар Азияла, Ҡытайҙа, Японияла, Сингапурҙа, Италияла, Германияла, Францияла, Венгрияла, АҠШ, Канадала, Бельгияла, Нидерландыла, Португалияла һәм Бөйөк Британияла уҙған мәртәбәле мәҙәни сараларҙа тәжрибә туплаған һәм дан ҡаҙанған.

Ил:

Тайвань (Тайбэй)