«Палоина Амстердам» бейеү коллективы

Нидерланды батшалығы — ләлә сәскәләренең тыуған иле. Көнбайыш Европала урынлашҡан Нидерланды ярҙарына Төньяҡ диңгеҙ тулҡын ҡаға. Дәүләт үҙ эсенә унлаған утрау һәм 12 провинцияны ала. Европаның иң күп халыҡ йәшәгән илдәренең береһе лә ул. Шулай уҡ Европалағы иң ҙур порт — Роттердам да ошо ил биләмәһендә. Нидерландының күп майҙаны диңгеҙ кимәленән түбән уйһыуҙарҙа урынлашҡанға күрә, урындағы халыҡҡа бейеклектәрҙе диңгеҙ стихияһынан яулап алырға тура килгән. Һыу тирмәндәре, традицион ағас башмаҡтар, күперҙәр һәм архитектура ҡоролмалары илдең йөҙөн билдәләүсе символдар. Шулай уҡ ул голланд сыры һәм халыҡтың ғорурлығы булған төп сәскә — ләләнең тыуған иле. Нидерланды фольклоры ла бик үҙенсәлекле. Уның ҡабатланмаҫ һыҙаттарын VI Бөтә донъя фольклориадаһында сит илдәрҙә лә танылыу яулаған «Paloina Amsterdam» бейеү коллективы күрһәтәсәк. 30 бейеүсе һәм 6 музыканттан торған коллектив милли костюмдарҙа голланд бейеүҙәре һәм музыкаһын тамашасы иғтибарына тәҡдим итә.

Ил:

Нидерланды