«Кекскемет» бейеү коллективы

Венгрия Республикаһы — Европаның иң ҡарт илдәренең береһе. Ул Дунай йылғаһының үҙәк бассейны тарафын биләй. Венгрия боронғо ҡалалар, шифалы күлдәр һәм архитектура һәйкәлдәре иле. Венгрияның баш ҡалаһы Будапешт хаҡлы һәм ғорур рәүештә Европаның иң матур ҡалаһы исемен йөрөтә. Бындағы ҡәлғәләр, зиннәтле батша һарайҙары, ҡабатланмаҫ тарих һаҡлаусы сиркәүҙәре үҙҙәренең бай, күркәм ҡиәфәте менән таң ҡалдыра. Үҙәк Европаның иң ҙур күле — Балатон да тап Венгрияла урынлашҡан. Ә тауҙарҙа виноград плантациялары ҙәм һушты алырлыҡ мәмерйәләр бар. Венгрияның мәҙәниәте күп яҡлы һәм уның сағыу төҫтәре был дәүләттә йәшәүсе күп милләтле халыҡтарҙың этник йолаларын, тарихын сағылдыра. VI Бөтә донъя фольклориадаһында был илдең мәҙәни күп төрлөлөгөн «Kecskemet » халыҡ бейеүҙәре ансамбле күрһәтә. Төркөмдөң артистары сығышында милли колорит, этник нигеҙҙәр һәм ҡабатланмаҫ фенгр фольклоры сағыласаҡ.

Ил:

Венгрия