«Ла Грасия» бейеү төркөмө

Сент-Винсент һәм Гренадины — утрауҙар һәм һоҡланғыс пейзаждар иле. Кариб диңгеҙенең Сент-Винсент янартауында һәм Төньяҡ Гренадины архипелагында урынлашҡан был дәүләт. Күп өлөшөн йәшле урманлы тауҙар, аҡ ҡомло пляждар биләй. Күп кенә иҫтәлекле урындарҙы тәбиғәт үҙе һынландырған. Мәҫәлән, ЛаСуфрире йоҡлаусы вулканы илдең төньяғында урын алған. Уның битләүҙәре дымға бай тропик урмандар менән ҡапланһа, тау-ташлы яғынан көслө йылға һәм йырғанаҡтар ағып төшөп, бер система булдыра. Дәүләттең баш ҡалаһы Кингстаундағы Ботаник баҡса үҙе бер мөғжизә, уның 200 йыллыҡ тарихы бар. Ҡалала шулай уҡ боронғо соборҙар һаҡланған. Утрау дәүләтенең мәҙәни нигеҙен ауыҙ-тел ижады, йыр һәм бейеүҙәр тәшкил итә, күп ҡырлы традицияларға нигеҙләнгән ул. VI Бөтә донъя фольклориадаһында был ил исеменән «La Gracia» бейеү коллективы сығыш яһаясаҡ. Ижади коллектив 2001 йылда ойошторолған һәм уның составында 4-тән 27 йәшкә тиклем 100 кеше иҫәпләнә. Бейеүселәр театр, бейеү, йыр һәм заманса спектаклде туплаусы үҙенсәлекле труппа булараҡ билдәле. Уның маҡсаты — сәнғәт образдары аша йәш быуынды тәрбиәләү, һәләттәрен асыу, илдең тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлау.

Ил:

Сент-Винсент һәм Гренадины