Һиндостандың CIOFF® милли секцияһы халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Һиндостан боронғо цивилизацияһы, ҡабатланмаҫ йолалары, үҙенсәлекле архитектураһы, йөрәктәрҙе елкетерлек бейеүҙәре, телде йоторлоҡ аш-һыуы, күҙ яуын алырлыҡ тәбиғәте менән дан тота. Был илдеке кеүек тәбиғәт Ер шарының башҡа нөктәһендә юҡ.Гималай тауҙарының аҡ түбәләре иркен ялан-ҡырҙар, алтын төҫлө ҡомлоҡтар, ҡуйы тропик урмандар менән күрше генә урынлашҡан. Ганг йылғаһы һәм Һинд океаны иһә легендаларҙа, йырҙарҙа данлана. Һиндостан дәүләтендә уникаль архитектура һәйкәлдәре һаҡланған, уларҙың зиннәтлелеге, мөһабәтлелеге хайран ҡалдыра. Иң күп милләтле ил булараҡ та билдәле ул. Шууға ла уның мәҙәни мираҫы бай, меңәр йылдар дауамында формалашып үҙенсәлекле бер мөхитте сағылдыра.

Һоҡланғыс илдең төрлө кимәлле мәҙәниәтен VI Бөтә донъя фольклориадаһында Һиндостандың CIOFF® милли секцияһы халыҡ бейеүҙәре ансамбле тәҡдим итәсәк. Иң яҡшы артистарҙан тупланған сағыу шоу-программа оҫталығы менән генә түгел, һығылмалылығы, матурлығы, нәзәкәтлелеге менән айырыласаҡ.

Ил:

Һиндостан