Бригама Янга университетынан халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Америка Ҡушма Штаттарын белмәгән кеше юҡ — ул Ер шарындағы иң ҡыҙыҡлы һәм зауыҡлы ил. Төньяҡ Америка ҡитғаһында урынлашҡан АҠШ Тымыҡ, Атлантик һәм Төньяҡ Боҙло океанды һыулай. Иң бейек тауҙары Аппалачи һәм Кордильеры. Иң оҙон йылғалары — Миссисипи һәм Миссури. Америка дәүләтендә лә уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары тупланған. Иҫтәлекле урындарҙың береһе — Гранд Каньон, шулай уҡ «Свобода, озаряющая мир» скульптура монументы. Америка Ҡушма Штаттарында донъялағы иң ҙур ҡурсаулыҡ — Йеллоустоун милли паркы урынлашҡан. Этник һәм раса төрлөлөгөнән формалашҡан мәҙәниәттең дә иң сағыу өлгөлөре тупланған бында. Ниндәй генә халыҡ йәшәмәй Америкала һәм уларҙың һәр береһенең мәҙәни үҙенсәлеге башҡаса. АҠШ-тың бай мәҙәни традицияларын VI Бөтә донъя фольклориадаһында Юта штатындағы Бригама Янга университетынан халыҡ бейеүҙәре ансамбле күрһәтәсәк. Уның сағыу һәм дәртле сығыштары ерле халыҡтың көй-моңо һәм бейеүҙәре менән үрелеп, бөтә Ер шарындағы тамашасыларҙың йөрәгенә үтеп ингән.

Ил:

Америка Ҡушма Штаттарын