Тогонан «Ситсопе» бейеү төркөмө

Тоголез Республикаһы — иң күркәм Африка илдәренең береһе. Таныш булмаған, ғәжәйеп донъя ул. Көнбайыш Африкалағы был дәүләттең ярҙарын Атлантик океандың Гвиней ҡултығы һыуҙары йыуа. Того экваторҙың үҙендә урынлашҡан. Шуға күрә бында гел эҫе. Африка тәбиғәтенең бөтә мөғжизәһен тап итергә мөмкин: ҡайнар ҡомло пляждар, тропиктар, тауҙар теҙмәһе һәм йылғалар, кокос пальмалары, баобабтар... Тоголез Республикаһы милли парктары һәм ҡурсаулыҡтары менән дә данлыҡлы — Оти-Керан, Фазао-Мальфакасса, ЮНЕСКО мираҫына индерелгән Коутаммакоу. Үҙенсәлекле дәүләттең мәҙәниәте лә тәрән тамырлы, Того халыҡтарының иң боронғо элементтарын һаҡлай ул. VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Sitsope» бейеү коллективы уның иң сағыу өлгөләрен тәҡдим итәсәк. Тогола йәшәүселәрҙең традицияларына, йыр һәм ауыҙ-тел ижадына нигеҙләнгән сығыштар иҫ китмәле күп ҡырлылығы менән айырыласаҡ.

Ил:

Тоголез Республикаһы