«Santa Tecla» фольклор бейеү коллективы

Эль-Сальвадор Республикаһы — күлдәр һәм янартауҙар төбәге. Үҙәк Америкала, тымыҡ океан буйында урынлашҡан дәүләт ул. Сальвадор вулкандар өҫтөндә ултыра тиергә мөмкин. Уңдырышлы ерҙә, иң ҙур янартау аҫтында Сальвадорҙың баш ҡалаһы Сан-Сальвадор йәйрәп ята. Республиканың иң төп байлығы ошо янартауҙар һәм бороноғ индеецтар цивилизациялары. Шулай уҡ үҙенсәлекле ландшафт, тарихи ҡоролмалары, ҡәһүә плантациялар менән дә дан тота ил. Индеецтар һәм испан колонизаторҙарының йыр-моңон, ижадын туплаған Сальвадор мәҙәниәте һушты ала. Уның онотолмаҫ мираҫын VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Santa Tecla» фольклор бейеү коллективы күрһәтәсәк. Хәтәр бейеү стилдәре, күңелле көйҙәре, милли колориты, сағыу костюмдары менән таң ҡалдырғыс сығыштар көтөлә.

 

Ил:

Эль Сальвадор