«Студент Марибор» академия фольклор коллективы

Словения Республикаһы — Европаның «йәшел ынйыһы». Словения Альп тауҙары, Адриатик диңгеҙ һәм Паннон тигеҙлеге урталығында ята. Һоҡланғыс дәүләт биләмәһендә һушты алырлыҡ тәбиғәт, мәҙәниәт һәм архитектура байлыҡтарын күрергә була. Тарихты һаҡлаусы илдә бөгөнгө талаптарға ла ҙур иғтибар бирелә. Кеше ҡулы теймәгән тәбиғәттә виноград плантациялары, бейек тауҙар, ҡуйы урмандар, минераль һыу сығанаҡтары, күлдәр һәм серле мәмерйәләр күҙ яуын ала. Словенияла урта быуат замоктары һәм батша һарайҙары музей һәм галереялар итеп һаҡлана. Европа мәҙәниәтенең фольклор йолаларға бәйле иң шәп өлгөләре бар Словенияла. Ҡабатланмаҫ халыҡ фольклорын VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Student Maribor» ансамбле күрһәтәсәк. Сағыу словак бейеүҙәре һәм йырҙарына шаһит булыу бәхете тейәсәк беҙгә.

Ил:

Словения