Конфиденциаллек сәйәсәте

Шәхси мәғлүмәттәрҙең ғәмәлдәге Конфиденциаллек сәйәсәте (артабан — Конфиденциаллек сәйәсәте) folkloriada2020.com доменында урынлаштырылған бөтә мәғлүмәткә ҡағыла һәм Ҡулланыусы был сайты файҙаланған осорҙа уның тураһында мәғлүмәт ала.

      1. Терминдарҙы аныҡлау

1.1 Ғәмәлдәге Конфиденциаллек сәйәсәтендә түбәндәге терминдар ҡулланыла:

1.1.1. Сайт администрацияһы — Сайтты администрациялау хоҡуғы булған берәмек. Башҡортостан Республикаһы Халыҡ ижады үҙәге, ИНН: 0274037980, КПП: 027401001, юридик адрес: Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2.

1.1.2. «Шәхси мәғлүмәттәр» — шәхси мәғлүмәткә эйә булыусы һәр кемгә тура ҡағылышлы йәки туранан тура булмаған ниндәй булһа ла мәғлүмәт.

1.1.3. «Шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү» — автоматизация сараларын ҡулланып йәки ҡулланмайынса, шул иҫәптән йыйыу, яҙҙырыу, системаға һалыу, туплау, һаҡлау, аныҡлау (яңыртыу, үҙгәртеү), сығарып алыу, файҙаланыу, тапшырыу (таратыу, ҡулланыуға биреү), блокировкалау, юйыу, юҡ итеү кеүек алымдарҙы ҡулланып, шәхси мәғлүмәттәргә ҡарата башҡарылған ғәмәлдәр (операциялар), йәки уларҙың тупланмаһы.

1.1.4. «Шәхси мәғлүмәттәрҙең конфиденциаллеге» — Сайт администрацияһы тарафынан мотлаҡ үтәлергә тейеш булған, шәхси мәғлүмәт субъекты ризалығынан тыш йәки башҡа законлы нигеҙгә ярашлы, был мәғлүмәтте таратмау тураһында талап.

1.1.5. «Сайтты ҡулланыусы (артабан — Ҡулланыусы)» — Интернет селтәре аша сайтҡа инә алыусы һәм Мәғлүмәт порталы сайтын файҙаланыусы.

1.1.6. «Cookies» — веб-клиент йәки веб-браузер тарафынан тейешле сайтты асырға йәки унда инергә тырышҡанда, веб-серверға ебәргән HTTP-һорауға ҡағылышлы һәм Ҡулланыусы компьютерында һаҡланған ҙур булмаған мәғлүмәт фрагменты.

1.1.7. «IP-адрес» — компьютер селтәрендә IP протоколы буйынса төҙөлгән уникаль селтәр адресы.

1.1.8. «Сайт» йәки «веб-сайт» — folkloriada2020.com доменында урынлаштырылған һәм мәғәнәһе яғынан бер-береһенә бәйләнешле булған веб-сәхифәләр берләшмәһе.

      2. Дөйөм ҡағиҙәләр

2.1 Ҡулланыусы тарафынан Мәғлүмәт порталы менән файҙаланыу уның ғәмәлдәге Конфиденциаллек сәйәсәте һәм Ҡулланыусының шәхси мәғлүмәттәрен эшкәртеү шарттары менән ризалашыуын аңлата.

2.2 Конфиденциаллек сәйәсәте менән риза булмаған осраҡта Ҡулланыусы Мәғлүмәт порталы сайтын файҙаланыуҙы туҡтатырға тейеш.

2.3 Ғәмәлдәге Конфиденциаллек сәйәсәте ошо Сайтҡа ҡарата ғына ҡулланыла. Сайт администрацияһы, Ҡулланыусы сәхифәләге һылтанмалар аша башҡа сайттарға ингән осраҡта, уларҙы контролдә тотмай һәм уларҙың эшмәкәрлеге өсөн яуап бирмәй.

2.4 Сайт администрацияһы Мәғлүмәт порталы менән файҙаланған Ҡулланыусы биргән шәхси мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшермәй.

      3. Конфиденциаллек сәйәсәте тураһында

3.1 Ғәмәлдәге Конфиденциаллек сәйәсәте Сайт администрацияһына шәхси мәғлүмәттәрҙе таратмау, өсөнсө кешеләргә бирмәү һәм һаҡлау режимын тәьмин итеү буйынса яуаплылыҡ һала.

3.2 Ғәмәлдәге Конфиденциаллек сәйәсәте сиктәрендә эшкәртеүгә рөхсәт ителгән шәхси мәғлүмәттәрҙе Ҡулланыусы Сайттағы теркәлеү формаһы, яңылыҡтар ебәреүгә яҙылыу формаһы буйынса индерә. Һәм улар үҙ эсенә түбәндәге мәғлүмәттәрҙе ала:

3.2.1. Ҡулланыусының исем-шәрифе;

3.2.2. Ҡулланыусының электрон почтаһы адресы (e-mail);

3.3 Сайт администрацияһы реклама блоктарын һәм сәхифәләрҙе ҡараған мәлдә үҙ аллы тапшырылған һәм системаның статистик скрипты ҡуйылған түбәндәге шәхси мәғлүмәттәрҙе йәшерә.

  • IP адрес;
  • Cookies эсенән алынған мәғлүмәт;
  • Браузер тураһында мәғлүмәт;
  • Инеү ваҡыты;
  • Реклама блогы урынлаштырылған сәхифәнең адресы;
  • Реферер (бынан алда ингән сәхифәнең адресы).

3.3.1. Cookies системаһын һүндереү Сайттың авторизация талап ителгән бүлектәренә инеүҙе тыйыуы мөмкин.

3.3.2. Сайт үҙенә ингән Ҡулланыусыларҙың IP-адрестары тураһында статистика туплай. Был мәғлүмәт техник проблемаларҙы асыҡлау һәм хәл итеү, финанс түләмдәренең законлылығын билдәләү өсөн ҡулланыла.

3.4 Үрҙә телгә алынмаған башҡа төрлө шәхси мәғлүмәт (һатып алыуҙар тарихы, асылған браузер һәм операцион системалар һ.б.), Конфиденциаллек сәйәсәтенең 5.2 һәм  5.3 пункттарында күрһәтелгән осраҡтарҙан тыш, ышаныслы һаҡлау һәм яҡлау аҫтына алына һәм таратылмай.

      4. Ҡулланыусы тураһында шәхси мәғлүмәт туплауҙың маҡсаты

4.1 Ҡулланыусының шәхси мәғлүмәтен Сайт администрацияһы түбәндәге маҡсаттарҙа файҙалана ала:

4.1.1. Ҡулланыусы менән кире бәйләнеш булдырыу, йәғни ул Сайт эсендә һораған сәхифә йәки һылтанмалар буйынса мәғлүмәт ебәреү өсөн.

4.1.2. Ҡулланыусының урынын белеп, уның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, мутлыҡ осраҡтарын иҫкәртеү өсөн.

4.1.3. Ҡулланыусы килтергән шәхси мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн һәм тулылығын барлау өсөн.

4.1.4. Мәғлүмәт порталын файҙаланғанда килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә Ҡулланыусыға ярҙам итеү өсөн.

4.1.5. Ҡулланыусы рөхсәт иткән осраҡта уға Сайт исеменән яңылыҡтар йәки башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ебәреү өсөн.

      5. Шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү алымдары һәм ваҡыты

5.1. Шәхси мәғлүмәттәр законлы рәүештә һәм аныҡ билдәләнмәгән ваҡытта, автоматизация сараларын ҡулланып эшкәртелә.

5.2. Ҡулланыусының шәхси мәғлүмәттәре РФ Закондары менән билдәләнгән тәртипкә ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы органдарына тапшырылыуы ихтимал.

5.3. Ҡулланыусының шәхси мәғлүмәттәре юғалтылған йәки сит кешеләргә тапшырылған осраҡта Сайт администрацияһы был турала Ҡулланыусыға хәбәр итергә бурыслы.

5.4. Сайт администрацияһы Ҡулланыусының шәхси мәғлүмәттәрен яҡлау, һаҡлау, өсөнсө кешеләр тарафынан таратылыуына юл ҡуймау, күсереү, үҙгәртеү йәки юҡ итеүҙән тулы техник саралар күрә.

5.5. Сайт администрацияһы Ҡулланыусы менән берлектә шәхси мәғлүмәттәрҙе юғалтыу йәки таратыу осраҡтары буйынса кире һөҙөмтәләрҙе булдырмау сараларын хәстәрләй.

      6. Ике яҡтың мотлаҡ йөкләмәләре

6.1. Ҡулланыусының бурыстары:

6.1.1. Сайт менән файҙаланыу өсөн кәрәкле шәхси мәғлүмәттәрҙе еткереү.

6.1.2. Шәхси мәғлүмәттәр үҙгәргән осраҡта, уларҙы яңыртыу

6.2. Сайт администрацияһы бурыстары:

6.2.1. Алынған шәхси мәғлүмәттәрҙе ғәмәлдәге Конфиденциаллек сәйәсетенең 4-се пунктында күрһәтелгән маҡсаттарға ярашлы ғына ҡулланыу.

6.2.2. Шәхси мәғлүмәттәрҙе йәшерен һаҡлау, Ҡулланыусының яҙма рөхсәтенән тыш таратмау, һатмау, алмаштырмау йәки башҡа төрлө юлдар менән сит кешеләр ҡарамағына тапшырмау. Ғәмәлдәге Конфиденциаллек сәйәсәтенең 5.2 һәм 5.3-сө пункттарында күрһәтелгән осраҡтарҙан тыш.

6.2.3. Эшлекле әйләнешкә ебәрелгән шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау сараларын күреү.

6.2.4. Ҡулланыусы йәки уның законлы вәкиле рәсми рәүештә һораған ваҡыттан алып, шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүҙе туҡтатыу.

      7. Ике яҡтың яуаплылығы

7.1. Үҙенә тәғәйен бурыстарҙы үтәмәгән сайт администрацияһы, ғәмәлдәге Конфиденциаллек сәйәсәтенең 5.2, 5.3 һәм 5.7-се пункттарында күрһәтелгән осраҡтарҙан тыш, РФ закондарына ярашлы, шәхси мәғлүмәттәрҙе хоҡуҡһыҙ файҙаланған осраҡта Ҡулланыусының сығымдары өсөн яуап бирә.

7.2. Шәхси мәғлүмәттәр юғалтылған йәки сит кешеләргә тапшырылған түбәндәге осраҡтарҙа Сайт администрацияһы яуаплылыҡ тотмай:

7.2.2. Әгәр шәхси мәғлүмәт уны юғалтҡанға йәки сит кешеләргә тапшырғанға тиклем үк йәмәғәт өсөн асыҡ тип һаналһа.

7.2.3. Ҡулланыусының рөхсәте менән таратылһа.

      8. Бәхәстәрҙе хәл итеү

8.1. Сайтты Ҡулланыусы һәм Сайт администрацияһы араһында килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтар буйынса иск менән судҡа мөрәжәғәт итер алдынан, яҙма рәүештә (бәхәсте хәл итеүҙең башҡа юлдарын асыҡлау маҡсатында) дәғүә белдерелә.

8.2. Дәғүәне алыусы 30 календарь көн дауамында дәғүәне тикшерәсәге тураһында ғариза биреүсегә яҙма хәбәр еткерә.

8.3. Килешеү юлы табылмаған осраҡта бәхәс законға ярашлы, суд органына тапшырыла.

8.4. Ғәмәлдәге Конфиденциаллек сәйәсәтенә һәм Ҡулланыусы менән Сайт администрацияһы мөнәсәбәттәренә рәсәй Федерацияһында ғәмәлдә булған закондар ҡулланыла.

      9. Өҫтәмә шарттар

9.1. Сайт администрацияһы ғәмәлдәге Конфиденциалек сәйәсәтенә Ҡулланыусы рөхсәтенән тыш та үҙгәрештәр индерә ала.

9.2. Яңы Конфиденциаллек сәйәсәте уны Сайтҡа урынлаштырған көндән алып үҙ көсөнә инә.

9.3. Ғәмәлдәге Конфиденциаллек сәйәсәте буйынса тәҡдимдәр Folkrb2020@mail.ru электрон адресы буйынса ҡабул ителә.

9.4. Ғәмәлдәге Конфиденциаллек сәйәсәте менән https://folkloriada2020.com/ru/politika-konfidenczialnosti.html.  Һылтанмаһы буйынса танышырға була.