Ҡулланыусы килешеүе

Был килешеү Ҡулланыусы тарафынан https://folkloriada2020.com/  сайтындағы материалдар һәм сервис менән файҙаланыу шарттарын билдәләй.

      1. Дөйөм шарттар

1.1. Был документта һәм уға бәйле Ике яҡтар мөнәсәбәтендә түбәндәге терминдар һәм аңлатмалар ҡулланыла:

Сайт — folkloriada2020.com доменында урынлаштырылған текстар, график элементтар, дизайн, һүрәттәр, программа коды, фото һәм видеоматериалдар тупланмаһы.

Сайт администрацияһы — Сайтты администрациялау хоҡуғы булған берәмек. Башҡортостан Республикаһы Халыҡ ижады үҙәге, ИНН: 0274037980, КПП: 027401001, юридик адрес: Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2.

Ҡулланыусы — теркәлеү һәм авторизациялау процедураларын үтеү факты булмайынса ла Сайтҡа ингән һәм ошо Килешеүҙең шарттары менән ризалашҡан һәр кем.

1.1 Сайттағы материалдарҙы ҡулланыу РФ закондарына ярашлы көйләнә.

1.2. Был килешеү асыҡ оферта һанала. Сайт материалдарын ҡараған Ҡулланыусы ошо Килешеү менән ризалығын белдерә.

1.3. Сайт администрацияһы теләгән бер ваҡытта бер яҡлы рәүештә Килешеү шарттарын үҙгәртә ала. Был үҙгәрештәр яңы килешеү сайтта урынлаштырылғандан алып 3 көн эсендә үҙ көсөнә инә. Үҙгәрештәр менән риза булмаған хәлдә, Ҡулланыусы Сайт материалдарын ҡарауҙы һәм сервис менән файҙаланыуҙы туҡтата.

      2. Ҡулланыусы бурыстары

Ҡулланыусы Рәсәй закондарын һәм халыҡ-ара нормаларҙы боҙмау, шул иҫәптән авторлыҡ хоҡуғы, интеллектуаль милек хоҡуғы һ.б. Сайт эшмәкәрлегенә зыян килтерерлек ғәмәлдәр башҡармау менән ризалаша.

2.2. РФ-ның Гражданлыҡ кодексының 1270-се статьяһына ярашлы, хоҡуҡҡа эйә булыусыларҙың рәхсәтенән тыш Сайт материалдарын ҡулланыу тыйыла. Сайт материалдарын хоҡуҡи рәүештә файҙаланыу өсөн лицензия килешеүҙәре төҙөү мотлаҡ.

2.3. Сайт материалдарынан цитата ҡулланған осраҡта, шул иҫәптән автор материалдарын, Сайтҡа һылтанма биреү мотлаҡ шарт. (РФ-ның Гражданлыҡ кодексының 1-се статьяһы, 1-се подпункты).

2.4. Ҡулланыусының Сайт эсендә яҙған комментарийҙары һәм башҡа яҙыуҙары ғәмәлдә булған әҙәп-әхлаҡ нормаларына һәм РФ закондарына ҡаршы килмәҫкә тейеш.

2.5. Ҡулланыусы сайтта булған һылтанмалар аша икенсе ресурстарға ингән осраҡта Сайт администрацияһы яуаплылыҡ тотмауы тураһында хәбәрҙар.

2.6. Сайтта булған материалдарҙы ҡулланып, авторлыҡ хоҡуғы буйынса теркәлеп, йәки һылтанмалар аша инеп, тауар һәм хеҙмәттәр менән файҙаланған осраҡта ниндәйҙер сығымдарға дусар булһа, Ҡулланыусы бының өсөн дә Сайт администрацияһы яуаплылыҡ тотмауын белә.

2.7. Ҡулланыусы Сайтта реклама материалдары булыуы, һәм улар өсөн Сайт администрацияһы яуап бирмәүе менән ризалаша.

      3. Башҡа шарттар

3.1. Ошо Килешеүгә бәйле бөтә бәхәстәр РФ закондарына нигеҙләнеп хәл ителә.

3.2. Килешеүҙәге бер пункт та Ҡулланыусы һәм Сайт администрацияһы араһында агент, шәхси йәки башҡа мөнәсәбәттәр булдырмай.

3.3. Суд тарафынан Килешеүҙең ниндәйҙер положениеһын нигеҙһеҙ тип табыуы, Килешеүҙең башҡа пункттарын ғәмәлдән сығармай.

3.4. Ҡулланыусы тарафынан ниндәйҙер хоҡуҡ нормалары боҙолған хәлдә сайт администрацияһының ҡарар ҡабул итмәүе, уның үҙ мәнфәғәттәрен яҡламауын аңлатмай. Сайт администрацияһы теләгән бер ваҡытта авторлыҡ йә башҡа хоҡуҡ боҙолоуы буйынса дәғүә бирә ала.